0%

Яратам тип ҡабатлама…Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Яратам тип ҡабатлама… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 08.12.2014.. Нәшер ителгән: 08.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *



Яратам тип , зинһар, ҡабатлама,
Һине һөйөп, көйҙө ҡанатым...
Үкенескә генә ҡалды инде,
Ниңә һине шулай яраттым?

Бәхет килтермәне һинең һөйөү,
Йөрәгемдә ҡалды яраһы,
Ер менән күк араһылай алыҫ
Һөйөү менән һөйөү араһы…

Бөтә аҡылымды әсир итеп,
Күҙҙәреңә генә ҡараттың…
Һин бит мине түгел, ә үҙеңде,
Һине яратҡанды яраттың!

Яратам тип, етер, ҡабатлама,
Һинең һөйөү минән йән һорай,
Телгеләнгән бахыр йөрәгемдең
Йәрәхәте һаман ҡанһырай…